top of page
NVD_TBsEeLg.jpg

Әйҙә, рәхим итегеҙ
Сайт түренә.
Хәйерле көн, изге теләк
Ҡунаҡтың һәр береһенә

 

  "Башҡорт балалар баҡсаһы" сайты - тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр өсөн аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, актуаль проблемаларҙы бергәләп хәл итеү урыны.

    "Бәйләнештә" сайтында барлыҡҡа килгән һәм әлегә тиклем уңышлы эшләп килгән "Башҡорт балалар баҡсаһы" төркөмө  республикалағы барлыҡ  тәрбиәселәрҙең эшен еңеләйтеү маҡсатында, атап әйткәндә башҡорт төркөмдәрендә эшләгән барлыҡ коллегаларымдың  интернет селтәрҙәренең төрлө урындарында (шәхси сайттарҙа, махсус мәғариф сайттарында,  һәм хатта осраҡлы сайттарҙа) һаҡланған материалдарҙы бер урынға туплау, системаға һалыу өсөн төҙөлдө. Был мәктәпкәсә йәштәге башҡорт төркөмдәрендә төрлө саралар үткәргәндә осрай торған ҡаршылыҡтарҙы әҙме-күпме кәметте.

    "Башҡорт балалар баҡсаһы" төркөмө кәрәкле шиғырҙарҙы, көйҙәрҙе, тематикаға ярашлы һүрәттәрҙе һәм презентацияларҙы тиҙ генә табыу өсөн һәр тәрбиәсегә ихлас ярҙамға килә.

     Һәр тәрбиәсе үҙен борсоған һорау менән был төркөмгә мөрәжәғәт итә ала һәм үҙе лә теләгән материалын,  башҡалар менән уртаҡлашыр өсөн, ошонда һала ала. Бер генә үтенес: эшегеҙҙең  аҙағында үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт ҡалдырырға онотмағыҙ!

 

Ҡолмөхәмәтова
Рәүилә
Юлай ҡыҙы
IMG_0610-Кульмухаметова Р.Ю..JPG
bottom of page