top of page


ТИҘӘЙТКЕСТӘР
Һарыҡ, һап-һоп баҫып, һыйырға һыйланрға килгән. Һыйыр, һәлпелдәй-һәлпелдәй, һармаҡ һарыҡты һап-һары һалам һалып һыйлаған.
* * * 
Һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме, беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, һеҙҙең үгеҙегеҙҙең мөгөҙө үгеҙегеҙҙекеме, әллә үҙегеҙҙекеме, беҙҙең үгеҙебеҙҙең мөгөҙө үгеҙебеҙҙеке.

Килгән Fата, кейгән ҡата,
Урам буйлап ләстит hата,
Инде хәҙер көтөү ҡайта.

* * *
Ҡарға әйтә: ҡар-ҡар-ҡар,
Бында еләк бар-бар-бар,
Тик яланы тар-тар-тар,
Еләк өҫтө ҡар-ҡар-ҡар.

Аҡ ҡарға, ҡара ҡарға,
Ҡырға йыйылған ҡарға.
Аттым ҡарға, төштө ҡарға,
Аҡ ҡарға ҡара ҡарға.
Шул ҡағраны ҡарар өсөн
Ҡарға йыйылған ҡарға. 
* * *
Ҡап-ҡара ҡарағат ҡаптым, ҡап-ҡара ҡуңыҙҙан ҡотом ҡойолоп, ҡап-ҡара ҡарағат ҡыуағы аҫтына ҡастым, ҡарағат ҡыуаҡтары артынан ҡояшҡа ҡарап ҡаттым.
* * *
Күрше күркә Ҡәйүмгә күҙҙәрен ҡыҫа-ҡыҫа, ҡулын ҡаҡ маңлайына ҡуйып, күккә ҡарай-ҡарай ҡояштың ҡыҙарып күтәрелеүен, ҡып-ҡыҙыл нурға күмелеп ҡырҙарға ҡалҡыуын күҙ ҡабағы аҫтынан күҙәтте. 

 

 


ӘКИӘТТӘР: 

Айыу менән бал ҡорттары
Борон-борон заманда, өйрәк үрәтник, һайыҫҡан дисәтник саҡта, булған, ти, бер тайыш табан айыу. Уның ҡойроғо, төлкө ҡойроғо кеүек үк, оҙон да, йөнтәҫ тә булып, өрпәйеп торор булған ти.

Айыу бал яратҡан. Балһыҙ йәшәй ҙә алмаған. Гел генә бал ашауҙы уйлаған да йөрөгән. Бал ҡорттары мыжлап торған ағас ҡыуышын күрҙеме, айыуҙың шатлығы эсенә һыймай башлай икән. Ул, аушаңлап, ағас башына менә лә, умартаны пыр туҙҙырып, бал ашарға тотона икән. Бал ҡорттары айыуҙы һырып алалар ҙа сағырға маташалар, әммә булдыра алмайҙар. Сөнки айыуҙың йөнө оҙон, ә бал ҡорттарының ҡаяуҙары ҡып-ҡыҫҡа. Улар, айыуҙың тәненә яҡынлашырға тырышып, йөн араһына инәләр-инәләр ҙә шунда сырмалып бөтәләр. Ә айыуға шул ғына кәрәк тә. Ул ағастан төшә һала ла ерҙә аунай башлай. Йөн араһында буталып ҡалған бал ҡорттары иҙеләләр ҙә бөтәләр. Улай ҙа булмаһа, һыуға барып бер сумып ала, ти, был, бал ҡорттары шунда сыланып, ҡойолоп төшәләр. Шунан һуң айыу йәнә ағас башына менеп китеп, солоҡтағы бал бөткәнсе, үҙенең эсе күпкәнсе, һыйлана икән, ти.

Бер ваҡыт урманға утын алырға бер кеше килгән икән. Ипләберәк ҡараһа, ағас башында бал ашап ултырған айыуҙы күреп ҡалған. Үҙе бал ашай, ти, айыу, ә йөнтәҫ оҙон ҡойроғо менән бал ҡорттарын ҡыуа икән, ти.

– Әх, һин, тайыш табан, тайыш табан! Ҡорттарҙы ҡырып, әҙер балды ашап йөрөйһөң икән әле! Муйыныңды өҙмәһәмме, бына күр ҙә тор!– тип, теге кеше ағас башына менеп киткән.

Ул айыуға ҡарап балтаһын һелтәгән. Әммә балта айыуҙың муйынына түгел, ә ҡойроғона тап килеп, уны сабып өҙгән. Шулай итеп, тайыш табан айыу оҙон йөнтәҫ ҡойроғо менән бөтөнләйгә хушлашҡан. Айыу ағастан төшкән дә, башын түбән баҫып, урман араһына инеп юғалған.

Шунан бирле айыуҙар сонтоҡ ҡойроҡло булып ҡалғандар, ти.

Теге кеше солоҡто яҡшылап ҡарап, юнәтеп сыҡҡан, кәрәҙҙәрҙе үҙ урынына ҡуйған да ҡайтып киткән.

Бал ҡорттары быны күреп, башта ғәжәпләнгәндәр. Улар инә ҡорттан:

– Ниңә был кеше беҙҙең балыбыҙҙы ашап ботөрөп китмәне икән? – тип һорағандар. Инә ҡорт ни тип яуап ҡайтарырға белмәгән. Шулай ҙа ул бал ҡорттарына:

– Барығыҙ, осоп етегеҙ ҙә ул кешенән беҙҙең балыбыҙҙы ниңә ашамауын һорағыҙ,– тигән, ти.

Бал ҡорттары теге кешене ҡыуып етеп һорағас, ул:

– Әгәр мин балығыҙҙы ашаған булһам, үҙегеҙгә ҡыш ашауға нимә ҡалыр ине? Һеҙ ҙә астан үлер инегеҙ, йәренгә мин дә балһыҙ ҡалыр инем, – тип яуап биргән, ти.

Бал ҡорттары солоҡҡа әйләнеп ҡайтҡандар ҙа инә ҡортҡа теге кешенең һүҙҙәрен әйтеп биргәндәр. Шул саҡта инә ҡорт кәңәшкә бөтә ҡорттарҙы йыйған. Бал ҡорттары, ул кешегә күмәкләп барырға ла, үҙҙәрен айыуҙан һаҡлауын һорарға, тип кәңәш иткәндәр, ти.

Ҡорттар ауылға, теге кеше янына барып:

– Беҙҙе яуыз айыуҙан ҡотҡара күр, үҙ эргәңә ал. Ә беҙ һиңә бының өсөн рәхмәт әйтербеҙ, – тигәндәр, ти.

– Яҡшы! Мин һеҙгә бик һәйбәт итеп умарта эшләрмен. Һеҙ шунда йәшәрһегеҙ, бал йыйырһығыҙ,– тип яуап биргән ти, кеше.

Шул көндән бирле бал ҡорттары кешеләрҙе бал менән һыйлай башлаған, ти.

Йомарт ҡуян

Бер байрам көндө бер кеше үҙенең бәләкәс кенә улын ҡунаҡ саҡырырға ебәргән. «Фәлән-фәлән ағайыңды, фәлән-фәлән бабайыңды, фәлән-фәлән еҙнәңде саҡыр»,– тип, ҡырҡмаһа-ҡырҡ кеше исемен әйтеп сыҡҡан. Малай тыңлап торған, тик ҡапҡанан сыҡҡас та, ҡунаҡҡа кемдәрҙе саҡырырға кәрәклеген онотоп бөтөргән, ти. Өйгә кире инеп, ҡайтанан һорашырға ҡыйыулығы етмәгән. Шунан малай: «Тотайым да бөтә ауыл кешеләрен саҡырып ҡайтайым, шулар араһында мин саҡырырға тейеш кешеләр ҙә булыр әле», – тигән. Малай, ауылдың һәр урамын ике яҡлап төшөп алған да, ой беренсә йөрөп, бөтә кешене ҡунаҡҡа саҡырған.
Ҡунаҡтар йыйыла башлаған. Аҡрынлап йортҡа бөтә ауыл халҡы килеп тулған, ата менән әсә ҡаушап ҡалғандар:
– Ни эшләргә инде? Был тиклем күп ҡунаҡҡа етерлек һый-хөрмәтте ҡайҙан алмаҡ кәрәк?– тип аптырашҡандар улар.
Ә малай, кемдәрҙе саҡырырға кәрәклеген онотҡанлыҡтан, бөтә ауыл халҡын саҡырып ҡайтыуын ата-әсәһенә һөйләп биргән.
Ҡунаҡтар һый-хөрмәт көтәләр. Хужалар булған аҙыҡты ҡырып-һепереп ашъяулыҡҡа килтереп ултырталар, һый барыбер етмәне, ти.
Атаһы малайына:
– үҙең эште боҙҙоң, хәҙер үҙең рәтлә! – тигән.
Ата-әсәһен шулай оятҡа ҡалдырғаны өсөн малай, күҙ йәштәрен ағыҙа-ағыҙа, өйҙән сыҡҡан да ауыл артына югергән, унан урманға барып ингән. Ағас төбөнә ултырып, йәнә үкһеп илай башлаған.
Шул ваҡыт ул бер ҡуян югереп килгәнен күргән. Малай былтыр ғына ул ҡуянды үҙ өйөндә аҫырап үҫтергән, үҫкәс, уны урманға ебәргән икән. Ҡуян малайҙы әллә ҡайҙан танып, уның эргәһенә килеп ултырған.
Малай ҡуянға үҙенең ҡайғы-хәсрәтен һөйләп биргән. Ҡуян уны яҡшылап тыңлағандан һуң, оҙон ҡолаҡтарын ҡайсылап, артҡы аяҡтарына ултырып, алғы аяҡтары менән малайҙың ҡулынан тотоп:
– Ярар, ҡайғырма, дуҫҡайым. Бар, өйөңә ҡайт, бөтәһе лә булыр, – тигән. Үҙе һикерә-һикерә урманға инеп киткән.
Малай ҡайтыуға әрһеҙ ҡунаҡтар өйҙә булған һый-хөрмәтте ашап-эсеп бөтөргән булғандар. Урындарынан ҡуҙғалмай, тағы берәй нәмә ашатмаҫтармы, тип ултыралар, ти, былар. Ҡайһы берҙәре хужаға ҡарап:

– Һыйың етерлек булмағас, ниңә беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙың? – тип асыуланып та ҡуялар икән.
Бер ҡунаҡ тәҙрәнән ҡараһа, ҡаушап ҡалған, уның, артынса башҡалар ҙа ҡараһалар, ни күҙҙәре менән күрһендәр: урам кейек йәнлектәр менәп тулған, бөтәһе лә был өйгә табан киләләр, һәр береһе үҙе менән нимәлер алып килә икән. Айыуҙар бал тулы солоҡ тәгәрәтәләр; бүреләр һарыҡ түшкәләре күтәргән; боландар мөгөҙҙәренә һөт тултырған силәктәр элгәндәр; ҡуяндар кәрзин-кәрзин сәтләүектәр, төлкөләр тауыҡтар, ҡаҙҙар күтәреп килтерәләр, ти.
Был әлеге ҡуян эше икән. Ул үҙенең урмандағы дуҫтарын малайға ярҙам итергә саҡырған икән. Ҡуян уларға был малай уны нисек ҡарап үҫтереүен, үҫкәс иреккә сығарып ебәреүен һөйләп биргән. Шунан инде улар ана шул байлыҡты малайға илтергә булғандар.
Урман йәнлектәре алып килгән һый-хөрмәттәрҙе ишек алдына ҡуйғандар ҙа, үҙҙәре йәшәгән ергә ҡайтып киткәндәр. Т’әжәпкә ҡалған ҡунаҡтар ауыҙ асып һүҙ ҙә өндәшә алмағандар, ти.
Ата менән әсә шатлыҡтарынан ни эшләргә лә белмәгән. Малай уларҙан да былайыраҡ ҡыуанған.
Хужалар өс көн, өс төн буйы кинәнеп ҡунаҡ һыйлаған. Ҡунаҡтар өйҙәренә таралышҡандан һуң да табында ярты һый тороп ҡалған икән, ти.
Һуңынан халыҡ араһында был хәл тураһында оҙаҡ йылдар буйы һөйләп йөрөгәндәр. Ни өсөн тиһәң, бындағылай ҡунаҡ һыйлау бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла булмаған икән.

ҺЫНАМЫШТАР:

АЙҘАР МЕНӘН БӘЙЛЕ ҺЫНАМЫШТАР

Ғинуарҙың көнө ҡыҫҡа, февралдең айы ҡыҫҡа.
Беренсе ғинуарҙа көн йылы булһа, арыш уңыр;
Ел булһа, тары уңыр, томан булһа, һоло уңыр.
Йыл башында ел булһа, йыл әйләнә ел-дауыл булыр.
25 ғинуар ҡояшлы икəн - күсмə ҡоштарҙың көньяҡтан иртəрəк ҡайтыуҙарын көт.

Февралдә ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа, ул йылды иген уңыр.
Февралдә һыуыҡ: «Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә, көнөм генә ҡыҫҡа, тип әйтә», — имеш, ти.
Февраль ҡыш мөгөҙөн һындыра.
Февраль — ҡарға, ә апрель һыуға бай.
Йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерә.
Февраль – бүреләрҙең туй айы.

Беренсе мартта ел булһа, йыл алама килер.
Беренсе мартта көн елле булһа, бөтөн йәй елле булыр.
Беренсе мартта көн ҡояшлы, елһеҙ булһа, яҙ, йәй яҡшы булыр, иген уңыр.
Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йыл яҡшы була.
Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.
Март - марттың көнө шарт .
Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.
Мартта йылы булһа, яҙ һалҡын, елле була.
Мартта көн менән төн тиңләшә.
Мартта шарт та шорт, апрелдә апырыр ҙа шапырыр.
Марттың берендә аяҙ булһа, яҙ буйы аяҙ була.
Марттың егерме бишендә һыу ҡатһа, бер аҙналыҡ юлға сыҡ.
Марттың шартын апрель сығарыр.
Март сыҡмай – дәрт сыҡмай.
Март берендә аяҙлыҡ – йәй көнө ҡыярға туҡлыҡ.
Мартта ҡар өҫтөндәге һалам ҡарға эреп инһә, бер айҙан ҡар китер.
Беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтөн йәй елле булыр;
Көн ҡояшлы, елһеҙ булһа, яҙ, йәй яҡшы булыр, иген уңыр.

Апрель артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле-ямғырлы булыр.
Апрель етһә, яҙ етер, иреп ағып ҡар китер.
Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро килер, болотло булһа, ашлыҡ уңыр.
Апрелдең шапырыныуы марттың дименән.
Апрель яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.

Май айы һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр.
Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.
Майһыҙ ҡар бөтмәҫ.
Май икмәк булдырһа, июнь бесән өлгөртә.

Июндә ҡояш ҡалҡҡанда томра торһа, көн боҙола.

Егерме бишенсе июлдә ҡырау булһа, ҡыш һыуыҡ килер.

Августа ураҡ ҡыҙа, һыу һыуына.
Август – көҙ бағыр.
Августа көндәр аяҙ булһа, көҙ ямғырлы һәм бысраҡ булыр.
Августа аяҙ булһа, көҙ бысраҡ килер.
7 августа иртән һалҡын булһа, ҡыш иртә килер, оҙон да булыр.
Ашлыҡ урғанда һалам шыртлап һынһа, ямғыр булыр.
Сөмбөләлә арыш сәс, тамағың булмаҫ ас (сөмбөлә тип 22 августан 22 сентябргә тиклемге осор аталған.)

Беренсе сентябрҙә йылы булһа, бөтөн көҙ йылы булыр, Әгәр шул көндә ел булһа, киләһе йәй ашлыҡ насар булыр.
Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын булыр.
Сентябрҙә ҡар күренһә, ҡырҡ көн аяҙ булыр.

Октябрь - ҡара бейә, ноябрь - ала бейә.
Октябрь - ни арба, ни сана.
Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ .
1 октябрь көндө торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.
8 октябрь тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә - тиҙ иреп бөтәсәк.

1 ноябрҙә ямғыр өҫтөнә ҡар яуһа, йәй һалҡын килер, бесән уңыр.
9 ноябрҙә бәҫ ҡунһа, алдағы көндәр – һыуыҡ, томан булһа, йылы булыр.

КӘКҮККӘ ҠАҒЫЛЫШЛЫ ҺЫНАМЫШТАР, ЮРАУҘАР

Ата-бабаларыбыҙ тәү тапҡыр кәкүк саҡыра башлағас, ергә ятып ғүмер, иген, үлән дауаһын һорайбыҙ, тип аунай торған булғандар. Әйләнгән ыңғайы берәй семтем тупраҡ эләктереп алғандар, уны өйҙөң тупһаһы аҫтына һипһәң , бөтә бәлә-ҡазанан һаҡлап ятасаҡ, тигәнгә ышанғандар.
Кәкүк йылы яҡтарҙан япраҡ ярылғансы ҡайтһа, ағастың иң башына ултырып йә беренсе тапҡыр күк күкрәгәнсе саҡырһа, йыл ауыр киләсәк, ҡоролоҡ йә башҡа сәбәп менән йүнле уңыш булмаҫ. Ә түбәнерәк ботаҡҡа ҡунған икән - ураҡ мул булыр.
Тәүге тапҡыр саҡырыуын ишеткәндә аҡса шылтыратһаң, һис юғында, кеҫәңде ҡапшаһаң - байлыҡ артасаҡ. Ғөмүмән, был ҡошто беренсе ишетеүсегә ырыҫ киләсәгенә күп халыҡтар ышана. Тауыштың уң ҡолаҡҡа салыныуы айырыуса хәйерле тип иҫәпләнгән.
Башҡорттарҙа «Кәкүк айы» тигән төшөнсә булған - йәйләүгә сығыу мәле, ҡоштоң ҡысҡыра башлауы менән тап килгән. Киләсәккә пландар ҡороу өсөн хәйерле ваҡыт тип иҫәпләнгән. Ә бына ауылға, йортҡа кәкүк осоп килеүҙе насарға юрағандар (аслыҡ, янғын, кеше үлеү), хәүефтән ҡотолоу әмәле - ҡошто кирбес киҫәге йә ут ҡағылған башҡа таш менән бәргесләп ҡыуыу.

ҠЫШҠЫ ТӘБИҒӘТКӘ ҠАҒЫЛЫШЛЫ ҺЫНАМЫШТАР

Ағаста бәҫ күп булһа, бал куп була.
Ағастарҙы бәҫ ҡаплаһа - һыуыҡҡа, томан төшһә - йылыға.
Бер ҡырпаҡ менән ҡыш булмаҫ.
Боҙ ҡытыршы булып туңһа, иген уңыр.
Бүрәнә шартлаһа, һыуыҡ булыр.
Йыл башында ел булһа, йыл әйләнә ел-дауыл булыр.
Ҡар күп булһа, йәй иген уңыр.
Ҡар тәрән булһа, иген уңыр.
Ҡыш көнө болот юлланып торһа, йылы булыр.
Ҡыш көнө бәҫ күп булһа, бал күп булыр.
Ҡыш көнө тоҙ еүешләнһә, ҡар яуа.
Ҡыш көнө шәре сыҡһа, ашлыҡ уңыр.
Ҡыш көнөндә ҡояш әйләнәһендә түңгәләк күренһә, буран булыр;
Әгәр инде был түңгәләк ҡояшҡа бик яҡын булһа, аяҙ булыр.
Ҡыш көнөндә урман елһеҙ шаулаһа, буран булыр.
Ҡыш күк күкрәһә, бик ҡаты ел булыр.
Ҡыш урман шаулаһа, йылы көндәр көт.
Ҡыш һыуыҡ булһа, иген уңыр.
Ҡышҡы көн йәйҙе әйтер, йәйге көндәр яйҙы әйтер.
Ҡыш ҡар күп булһа, йәй ямғырлы булыр.
Ҡыш ҡарһыҙ булһа, йәй ярлы була.
Мейес көслө тартһа - һыуыҡ була, насар тартһа - епшек була.
Мейестә утын шартлап янһа, көндәр йылытырға булыр.
Мөрйәнән сыҡҡан төтөн ергә ятһа, йәйен ямғыр булыр, ҡышын ҡар яуыр.
Төтөн тура сыҡһа - һыуыҡҡа тарта.
Төндә бәҫ булһа, көндөҙ ҡар яумай.
Һыуыҡҡа боҙ өҫтөнә шыя сыҡһа - йылы көндәр көт.
Усаҡтағы утын һыҙғырып янһа, көн һыуытыр.

 

 

bottom of page