top of page

ТББЭ  Тема: “Беҙҙең дуҫтар- ер аҫтында йәшәүсе файҙалы бөжәктәр.”

(мәктәпкә әҙерлек төркөмө)

 

ТББЭ- тәжрибә.

Маҡсат:

  • Алдан алған белемдәрен туплап, ямғыр селәүсенең кәүҙә төҙөлөшөн,  нисек йөрөүен, ниндәй файҙа килтереүен өйрәнеү. Кешеләргә, тупраҡҡа файҙаһы.

  • Тәжрибә аша анализлау, сағыштырыу, йомғаҡлау алымдарын үҫтереү. Практик эштә әүҙем ҡатнашыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу.

  •  Ысын тере тәбиғәт менән эшләп, үҙ аллы белем алып булғанын күрһәтеү. Бөтә тере тәбиғәткә ихтирам тәрбиәләү.

Типик- грамматик конструкциялар:  Ямғыр селәүсендәре –ер аҫтында йәшәүсе файҙалы бөжәктәр.

Һүҙҙлек эше: Ямғыр селәүсене, шыуғаҡ, сеймәлеп, бәүеләһең, танытма

 

Йыһазландырыу: Конверт, алъяпҡыстар, лупа, селәүҙәр, тупраҡ, салфеткалар,  ямғыр селәүсендәре,таяҡсалар, көрәк, һүрәт төшөрөү өсөн ҡағыҙҙар, ҡәләмдәр.

 

 

ТББЭ планы:

I.Ойоштороу моменты.

II.Яңы темаға инер алдынан, әҙерлек эше.

III.Тәжрибә.

IV. Физкультминутка.

V. Үҙ аллы яңы белем алыу.

VI.Ямғыр селәүсенең һүрәтен эшләп ҡуйыу.

VII. Танытмалар тапшырыу.

VIII. Йомғаҡлау.

 

ТББЭ барышы:

 

I.Ойоштороу моменты.

-Һаумыһығыҙ!  Бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа ямғыр селәүе килергә теләй, тик ул ҡурҡа. Ямғырҙан һуң улар асфальт өҫтөнә сығып яталар, кешеләр аяҡ аҫтына ҡарап йөрөмәйҙәр. Тапап ҡуйырҙар ти.

 

II. Яңы темаға инер алдынан, әҙерлек эше.

-Ямғыр селәүсене беҙгә хат ебәргән.

- Ә нимә ул ямғыр селәүсене?

- Ул ҡайҙа йәшәй? 

-Ул ниндәй файҙа килтерә? ( балаларҙың ҡыҫҡаса яуаптар).

-Әйҙәгеҙ ,мин һеҙгә уны уҡып ишеттерәм.

 

Һаумыһығыҙ, балалар!

Минең бик әйткем килә һеҙгә:”Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар!” тип,  тик ҡурҡам был һеҙгә оҡшамаҫ тип. Һеҙҙең бөтәгеҙҙең дә ямғыр селәүе менән дуҫлашҡыһы килмәҫ! Ә миңә һеҙҙең менән дуҫлашҡым килә. Мин һеҙҙе ышандырғым килә: беҙ ямғыр селәүҙәре һеҙҙән яратыуҙы талап итмәйбеҙ, арымай эшләгән хеҙмәтебеҙгә хөрмәт менән ҡараһағыҙ икән.Беҙ һеҙгә ярҙам итәбеҙ, һәйбәт уңыш үҫтерергә, тупраҡты йомшартабыҙ, иҫке япраҡтарҙы ашабыҙ.

Күптәргә беҙҙең тышҡы күренешебеҙ оҡшамай: “Шыуғаҡ селәүсен һымаҡ” , “Һуҙылып,бәүелеләһең селәүсен һымаҡ”тейҙәр. Бының нимәһе насар,  ер аҫтында бик шәп йөрөргә ярҙам ғына итә, сөнки беҙ шыйғаҡ,оҙон.  Селәүсендәр осмайҙар бит. Һуҙылып, бөгөлмәһәк, шыуыша алмаҫ инек.

Ҡәҙерле балалар! Әгәр һеҙҙең минең менән дуҫлашҡығыҙ килһә, мин һеҙгә ҡунаҡҡа киләм.

Ҙур ихтирам менән, ер аҫтында йәшәүсе- ямғыр селәүсене.”

 

       -Бына, хатты уҡып та бөттөк, балалар нимә эшләйбеҙ. Ямғыр селәүсене менән танышабыҙмы?

III. Тәжрибә. Балалар алъяпҡыстар кейәләр.  Петри сынаяғы эсендә селәүҙәр һалынған һауытты күрһәтеү.

-Балалар, бына ул ямғыр селәүсендәре. Хәҙер һеҙ селәүсенде алып ҡарайһығыҙ.

  • Уның формаһын, күләмен, ҙурлығын, төҫөн билдәләйбеҙ.

  • Уның башын һәм ҡойроғон табабыҙ.

  • Бармаҡ менән ипләп кенә өҫтөнә тейеп ҡарайбыҙ. Ул ҡоромы әллә еүешме? (йәбешкәкле, шыма)

  • Нисек ул йөрөй?

IV. Физкульминутка.

V. Ямғыр селәүсене ниндәй файҙа килтерә?

-Тупраҡты йомшарта, тупраҡҡа еңел һауа үтеп инә.

-Иҫке япаҡтарҙы ашай.

-Кешеләр селәүсендәр ярһамында балыҡ ҡармаҡлайҙар.

Ә, ҡыш көнө улар ҡайҙа китәләр?

-Тупраҡта селәүҙәр бергә йыйылып, бер-береһенә сеймәлеп, һаҡланып яталар. Уларҙың ятҡан ерҙәрендә иҫке япраҡтар күп була.

VI. –Балалар беҙ ямғыр селәүсене тураһында күп нәмәләр белдек. Улар беҙҙең дуҫтар  хәҙер. Әйҙәгеҙ һүрәтен яһап ҡуяыҡ.

(балалар һүрәт эшләп бөткәс, һүрәттәрен селәүсенгә бүләк итеп биреү.)

VII- Ә селәүсен балаларға танытма бирә

 

               Афарин!

VIII.Йомғаҡлау.

-Балалар, бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән нимәләр белдек?

- Селәүҙәр , ул ниндәй?

-Улар ниндәй файҙа килтерә?

 

bottom of page