top of page

Балалар өсөн уйындар

 

Аҡ тирәк
Ике рәткә теҙелеп ҡапма-ҡаршы тораһың (алтышармы, һигеҙәрме унда, күпме ҡыҙ бар, шунса). Рәттәр араһында йүгереү өсөн бер 15-20 метр урын ҡалырға тейеш. Теҙелеп бөткәс, бер яҡ рәттән күмәкләп ҡысҡыралар:

— Ҡабыр, ҡабыр, ҡабырсаҡ, 


Ат арҡаһы кимерсәк. 

Аҡ тирәк, күк тирәк, 

Беҙҙән һеҙгә кем кирәк? 

Икенсе яҡ рәттән:

— Аҡ тирәк, күк тирәк, 

Ҡашаяғын йыумаған, 

Битенә һандал һөртмәгән, 

Күҙенә һөрмә тартмаған 

Сәғиҙә атты* ҡыҙ кәрәк! -

Исемен ишеткәс тә Сәғиҙә шәп итеп бара ла, ҡаршы рәттәге ике ҡыҙ араһын өҙөп үтә (Ҡул менән беләккә өҙә һуға). Өҙә алһа, ике ҡыҙҙы үҙе алып китә, өҙә алмаһа үҙе ҡала ҡаршы рәттә. 3-4 ҡыҙ ҡалғансы шулай алмашлап уйнайҙар.

 

Осто-осто
Уйынсылар теҙелешеп ултыра йәки баҫып тора. Алып барыусы оса торған һәм осмай торған нәмәләрҙе буташтырып әйтә лә ҡулын күтәрә:

-Осто-осто – торналар осто.
-Осто-осто – тырмалар осто. 
-Осто-осто – ҡарғалар осто.
-Осто-осто – арбалар осто.
Башҡалар тик осоусы әйбер әйтелгәндә генә ҡул күтәрергә тейеш. Кем осмай торған әйбер әйтелгәндә ҡулын күтәрә, шул йә алып барыусыны алмаштыра, йә уйындан сығарыла, йә берәй “яза”ға тарттырыла: йырлай, бейей, шиғыр уҡый һ.б.

Ҡабыр-ҡабыр ҡабырсаҡ

Балалар уҙаҡлашып икегә бүленеп бер-берһенән 20—30 метр йыраҡлыкта теҙелеп баҫалар. Уйнаусылар бер-берһе менән ҡулға-ҡул тотоношалар. Беренсе яктағылар икенсе яҡтағыларға ҡысҡырып таҡмаҡлайҙар:

Ҡабыр-ҡабыр ҡабырсаҡ,

Ат башында кимерсәк.

Аҡ тирәк- күк тирәк

беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

Ҡаршы яҡтағылар яуап бирәләр:

Ҡап- ҡап ҡабырсыҡ,

Ҡабырсығым кимерсәк,

Уҡ аттым, батманы,

Һәмгелсәгем ҡатманы,

Аҡ та кәрәк, күк тә кәрәк,

Энә менән еп тә кәрәк,

Ҡашығаяҡ йыуылмаған,

Аҡ тирәк күк тирәк

Ал да кәрәк, гөл дә кәрәк,

Беҙгә иң матур йырсыбыҙ

Алма атлы ҡыҙ кирәк.

Исеме сыҡҡан уйынсы ҡаршы яктар сафын йүгереп барып өҙөп сығарға тырыша. Өҙә алһа, бер уйынсыны эйәртеп үҙ яғына алып ҡайта. Өҙә алмаһа, шул яҡта ҡала. Уйын шул тәртиптә, бер яҡта уйынсылар бөткәнсе дауам итә.

Ҡаҙҙар (уйын)

Уйнаусы балалар араһынан береһен "әсәй" итеп, икеһен "бүре" итеп билдәләйҙәр. Әсәләре:

"Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ ҡаҙҙарым, барығыҙ, һыуға барып килегеҙ, бүренән ҡурҡмағыҙ, килеп сыҡһа, осоғоҙ ҙа китегеҙ", — тип, "ҡаҙҙарҙы" һыуға ебәрә. Ә "бүреләр" көтөп кенә яталар ҙа, "ҡаҙҙарҙың" юлына сығалар һәм уларҙы тотоу өсөн баҫтыра башлайҙар. Әгәр ҙә бер ҡаҙ тотолһа, ул "бүре"гә ярҙамлаша. "Ҡаҙ"ҙарҙың һыуҙан ҡайтыр ваҡытында "әсәй" кеше: "Ап-аҡ ҡына, мамыҡ ҡына, ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ "ҡаҙҙарым" ҡайтығыҙ", - тип ҡысҡыра. Ҡаҙҙар ҡайтыу юлына сығалар. Был ваҡытта "бүреләр" тағы ла уларҙың юлына сығалар һәм тота башлайҙар. "Ҡаҙҙар" тотолоп бөткәнсә, уйынды дауам итәләр. Уйынды ҡабат башлағанда тәү тотолған "ҡаҙҙар" "бүре" булып ҡалалар.

Балдаҡ атыш
Уйнарға теләүселәр 4-5 баланан артып китһә, был уйынды уҙаҡлашып (ишләшеп) ике тигеҙ төркөмгә бүлергә мәмкин.

Һәр бер уйнаусыла йәйә йәки уғатар мылтыҡ һәм бер нисә башаҡлы уҡ булырға тейеш. Сәп урынына бүрәнә ағастан бысылған тәгәрмәсте алалар. Уның диаметры 15-20 см, ҡалынлығы 3 см тирәһе. Ул тәгәрмәсте ергә ныҡ итеп ҡаҙап ҡуйылған ағастың осона беркетәләр. Атыу һыҙығы сәптән 10 м самаһы алыҫлыҡта булырға тейеш.

Яҡтарға бүленеп уйнаған саҡта, ике сәп яһарға һәм уларҙың араларын 3-4 м ҡалдырып,йәнәш итеп ергә ҡаҙап ҡуйырға кәрәк. һәр яҡтың үҙенең бер баш уҡсыһы була.Йәш ағастан бысып алынған тәгәрмәстең йөҙөндәге ысын сәпкә оҡшаған түңәрәк һыҙыҡтар-бүлкәттәр бар. Ошо түңәрәк бүлкәттәрҙе өлөштәргә бүлеп сығырға кәрәк. Ул саҡта унынсы өлөш ағас үҙәгенә тура килергә тейеш. Сәпте түңәрәк бүлкәттәргә бүлеү ике тигеҙ төркөмгә бүленеп уйнағанда кәрәк.Сөнки был осраҡта яҡтар араһындағы ярыштың һөҙөмтәһе мәрәй иҫәбе менән билдәләнәсәк.
Ҡағиҙә.Ярыш башланғанда бөтә уҡсылар ҙа уҡ атҡан һыҙыҡ янына туплана.Сәптең арт яғында бер йән эйәһелә булырға тейеш түгел. Уҡтарҙың барыһы ла атылып бөткәс кенә, сәп янына барырға рөхсәт ителә. Һәр уҡсы үҙ уҡтарын таный белергә тейеш. Бер атҡанда нисәшәр уҡ атыуҙы алдан билдәләргә кәрәк. Яҡтарға бүленеп уйнағанда,уҡ атыуҙы сиратлап уҙғарырға кәрәк.Уҡ атыуҙар тамамланғас, ярыш һөөҙөмтәһен һәр яҡтың баш уҡсылары бергәләп тикшерә.

Төлкө менән тауыҡ.
Балалар үҙҙәре араһыннан «төлкө», «әтәс» һайлап ҡуялар. Ҡалғандары «тауыҡтар» була. Төлкө бер ситкә китеп үҙенә оя билдәләй. Тауыҡтар ҙа шаҡмаҡ һыҙып һарай яһайҙар һәм шунда урынлашалар. Шул вакыт әтәс ҡысҡырып ебәрә, тауыҡтар уянып һарайҙан сығалар. Әтәс тауышына үҙ ояһында йоҡлап ятҡан төлкө уяна һәм тауыҡтарға һөжүм итә башлай. Төлкөнө күргәс, әтәс тауыҡтарҙы һарайға саҡыра, ә үҙе төлкө менән көрәшкә сыға. Әгәр төлкө берәр тауыҡты тотһа, ул тауыҡ төлкөгә әйләнә, төлкө иһә тауыҡ була. Тауыҡ тотолған һайын, яңы «әтәс» билдәләнә, алдағы әтәс тауыҡҡа әүерелә.

Төлкө булмайынса ҡалған тауыҡ еңеүсе була.

Ҡырҡташ.
40 таш алына. Нисә кеше була, улар һәр береһе үҙҙәренә ат алалар. Улар бер-береһенән аттарын алырға тейештәр. Әгәр берәйһе икенсеһенең атын ала икән, шул атынан яҙған кеше атын һатып ала. 40 таштың әҙерәген усына ала һәм ҡулының һыртын ҡуя. Һибелгән таштарҙың бөтәһен дә ҡул һырты менән кире алырға тейеш була. Әгәр берәйһен төшөрһә, икенсе кеше дауам итә. Бер кеше бөтәһенең дә аттарын алып бөтмәйенсә һәм 40 ташты ла бөткәнсе алмайынса уйын бөтмәй. Кем 40 ташты ла йыя, шул был уйындың еңеүсеһе була. Иҫкәрмә: 40 таш та аҡ төҫтә булырға тейеш. 
Уйындарҙың әһәмиәте: таштар менән уйнау иғтибарлылыҡты, сослыҡты үҫтерә. Дөрөҫ һанарға, билдәле бер тәртипкә күнегеүгә өйрәтә

Себен уйыны.
Биш-алты утын ағасы оҙонлоғонда таяҡ алғандар һәм ергә тағы бер таяҡ ҡаҙап ҡуйғандар. Уның башына “себен” итеп тағы бер таяҡ ҡуйғандар. Шул ергә ҡаҙалған таяҡтан алып 5-6 һыҙыҡ һыҙғандар. Һәм бер кеше таяҡтарының береһе менән иң яҡын һыҙылған һыҙыҡта тороп “себен”гә бәргән. Әгәр таяҡ “себен” торған таяҡҡа тейеп, “себен” төшә икән, һин мәрәй йыяһың һәм икенсе һыҙыҡҡа баҫып бәрәһең. Унда ла тейһә - өсөнсөһөнә, дүртенсеһенә һәм башҡаларына баҫып ташлайһың. Әгәр уйын ваҡытында таяғың тейеп “себен”де төшөрмәһә, икенсе кеше уйынды башлай. Тағы ла һиңә сират килеп етһә, туҡтаған ереңдән түгел, ә киренән башлайһың. “Себен” ҡуйылған таяҡ янында бер кеше торорға тейеш. Ул көтөүсе була. Уйын шулай дауам итә.
Уйындың әһәмиәте:
Был уйын шулай уҡ унда ҡатнашыусыларҙы йыйнаҡлыҡҡа, төҙ итеп бәрә белеүгә өйрәтә.

bottom of page