top of page

«Кейеҙ баҫыу» фольклор байрамы

Башҡорт халҡы борон-борондан ҡуй-һарыҡ үрсеткән. Уның ите табынға ризыҡ булһа, тиреһенән йылы тун һәм бүрек теккәндәр. Йөнөнән аяҡ-ҡулға бейәләй, ойоҡбаш бәйләгәндәр. Ул шөғөл әле лә дауам итә. Ә бына һарыҡ йөнөнән кейеҙ баҫыу онотолоп бара. Кейеҙҙең файҙаһы күп:

 1) тирмәләрҙе кейеҙ менән көпләгәндәр, ул ел үткәрмәй, йылыны тота;

2) түшәк урынына файҙаланғандар;

3) йәш баланы аҡ кейеҙгә һалған дар;

4) килен төшөргәндә уны аҡ кейеҙгә баҫтырғандар;

5) ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы хөрмәтләп аҡ кейеҙгә ултыртҡандар.

Кейеҙ баҫыуҙы өмә әйтеп ойошторғандар. Күмәкләшеп эшләү күңелле лә булған, татыулыҡҡа, берҙәмлеккә лә алып килгән. Йорт хужаһы, ғәҙәттә, өмәгә күрше ҡатындарын, йәш килендәрҙе саҡырған. Ә ҡыҙ балалар оҫталыҡҡа, хеҙмәткә өйрәнергә ингән.

Сценарий барышы

1-се күренеш Артҡы планда – тирмә, уның эсе матур сағыу балаҫтар, һандыҡ, самауыр һәм башҡа йыһаз менән биҙәлгән. Алғы планда – күңелле көйгә «һыбайлы» малай инә. «Атын» туҡтатып, малай һәм ҡыҙҙарҙы уйынға саҡыра

1-се малай. Э-һе-һей, малайҙар, ҡыҙҙар, килегеҙ был яҡҡа, матур бер урын таптым, әйҙәгеҙ, «Һыбайлы» уйыны н уйнарға. «Һыбайлы» уйыны. Уны бер-ике тапҡыр уйнағас, бәхәс ҡуба.

 2-се ҡыҙ. Йә ярай, «Уйын – уйын менән, кеше – күңеле менән», – тиҙәр, асыуланышмайыҡ әле, бөгөн беҙҙә өлә- сәйем өмә әйткән, әйҙәгеҙ, шуны барып ҡарайыҡ булмаһа! Күңелле көйгә балалар шау-гөр килеп сыға.

2-се күренеш

 Һөйләшә-һөйләшә килен менән хужа- бикә инә. Килен ҡулына туҫтаҡ тотҡан.

Хужабикә. Килен, ҡаҙаныңды ҡараныңмы? Ҡайнар һыуың әҙер торһон! (Хужабикә тәҙрәнән тышҡа күҙ һала.)

 Килен. Борсолма инде, ҡәйнәм! Ҡаҙанда һыу ҡайнарға ғына тора. (Килен туҫтағын ултырта, өй йыйыштыра.)

Хужабикә. Күршеләрем хәҙер килеп етер (тәҙрәгә ҡарап), анауында әллә Әминә ейәнсәрем дуҫтары менән килә инде?! Килен. Өмә ҡарарға килһәләр, шәп булыр ине лә! Ҡәйнәм, яҙғы йөндө индерәйемме, әллә көҙгөһөнмө?

Хужабикә. Көҙгө йөндө индер, килен, кейеҙ баҫыу өсөн мотлаҡ көҙгө йөн кәрәк. Сөнки уның сайыры күберәк була, шунлыҡтан ул йылыны ныҡ тота. Өйгә 4-6 бала инеп һаулыҡ һораша. Хужабикә. Һаумыһығыҙ, балаларым! Әйҙүк, түргә үтегеҙ!

1-се ейәнсәр. Өләсәй, беҙ өмә ҡарарға килдек, өмәселәр йыйылманымы әле?

 Хужабикә. Хәҙер килеп етерҙәр күрше өмәселәрем.

2-се бала. Өләсәй, ә нимә ул өмә?

Хужабикә. Бергә йыйылышып, күмәкләшеп эш башҡарыуҙы өмә тиҙәр. Өмә ярҙамында башҡарылған эш бик ырамлы була.

3-сө бала. Өләсәй, ә өмәлә беҙ нимә эшләйбеҙ? Хужабикә. Эй балаҡайҙарым, шул хәтлем дә түҙемһеҙ булырһығыҙ икән! (Арҡаларынан һөйә.) Хәҙер мин һеҙгә йомаҡ ҡоям, әгәр ҙә яуабын тапһағыҙ, беҙҙә ниндәй өмә булырын аңларһығыҙ: «Өйрөлдөм, төрөлдөм, түр башына йәйел- дем».

Балалар. Кейеҙ, кейеҙ була, өләсәй! (Өләсәй балаларҙы маҡтай.) 2-3 бала эйәрткән өмәсе инә.

1-се өмәсе. «Күрше хаҡы – тәңре хаҡы», – тиҙәр. Күршем өмәгә саҡыр ғас, килеп тә еттек. Йә, иҫән-һау торҙоғоҙмо? Балаҡайҙар сәләмәтме?

 (Балалар һаулыҡ һораша. Балалар эйәрт- кән икенсе күрше инә, һаулыҡ һорашып, хужабикәгә күстәнәс тоттора.) Хужабикә (кәнфит тарата). «Күс- тәнәс бирмәгәндән – ҡас, күстәнәс биргәнгә – усыңды ас», – тигәндәр боронғолар, күстәнәсең өсөн ҙур рәхмәт, күршем, үҙеңдең ризыҡтарың артып торһон.

 2-се өмәсе. Амин, рәхмәт инде, күршем!

 4-се бала. Бөхтә биҙәлгән өйгә Ҡыҙҙар килгән өмәгә. Нисек кейеҙ баҫырға Еңгәләрҙән күрергә. Хужабикә. Өмәселәрем йыйылып бөттө буғай, әйҙәгеҙ, эшкә тотонор алдынан доға ҡылайыҡ! Өлкәндәр менән балалар ҙа доға ҡыла. – Бисмилләһи Рәхмани Рәхим!!! Эй Раббыбыҙ, һинән иҫәнлек-һаулыҡ, файҙалы ғилем һорап, эшебеҙҙе уңыш- лы башлап, уңышлы тамамларға насип ит инде, амин!

1-се өмәсе. Эш башлар алдынан беҙ: «Ике кеше күрмәһен, икенсегә етмәһен», – тип әйтә торғайныҡ.

2-се өмәсе. Эйе шул, сөнки эште мәҡәл әйтеп башлаһаң, ул бәрәкәтле, еренә еткерелеп тамамлана. Мәҫәлән, «Күргәндәр – күреп ҡалһын, күрм гәндәр – тороп ҡалһын». Балалар, бәлки, һеҙ ҙә эш һәм хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр әйтерһегеҙ?

 1. «Бер эшлә, берәгәйле эшлә».

 2. «Хеҙмәт төбө – хазина».

 3. «Эш һөй- гәнде – ил һөйөр».

4. «Белгәнде эшләт, белмәгәнде өйрәт».

5. «Алда булһа ҙур теләк – эштән ял таба йөрәк».

6. «Күмәкләгән – яу ҡайтарған». – Афарин, балалар, бик күп мәҡәл- дәр беләһегеҙ икән! Хужабикә. Балаларҙы боронғо һөнәргә өйрәтәйек, хеҙмәткә һөйөү уятайыҡ, күрһендәр, белһендәр, өйрәнһендәр! Кейеҙ баҫыу өсөн иң беренсе эш – ул йөндө тетеү. (Килен йөндө тарата.) Йөндө бергәләшеп тетеп алғансы, йәгеҙ, балалар, һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәтегеҙ әле! Күрше Әлфиә килендең игеҙәк ҡыҙҙары шиғыр һөйләргә бик оҫта, йә әле, ҡыҙҙар, шиғыр һөйләгеҙ әле! (Шиғыр һөйләйҙәр.) Йыр-моң, таҡмаҡ әйтеш башлана.

1-се өмәсе. Йөндө элек ҡаҙаҡ менән үлсәгәндәр, бер ҡаҙаҡ 410 грамға тиң булған. Уртаса ҙурлыҡтағы кейеҙ өсөн 10 – 15 ҡаҙаҡ йөн киткән, йәғни 5-6 кг. Беҙ ҙә шул сама йөн теттек, хәҙер йөндәрҙе еүеш туҡымаға йәйеп һалайыҡ. (Еңел көй яңғырай, өмәселәр йөндө өҫтәлгә йәйә.)

 2-се өмәсе. Минең бәләкәй ҡыҙым да һөнәрле. Йә, ҡыҙым, йырлап ишеттер әле!

2-се бала. Инәй, кейеҙҙе гел аҡ йөндән генә баҫҡандармы?

2-се өмәсе. Юҡ, балаҡайым, кейеҙҙе ҡара йөндән дә баҫҡандар, ләкин аҡ кейеҙгә ихтибар ҙурыраҡ булған. Аҡ кейеҙ таҙалыҡты, йылылыҡты, яҡты- лыҡты аңлатҡан. Элек ат ярыштарында еңгән батырҙарҙың атына ла аҡ кейеҙ һалыр булғандар. Ҡәйнә йортона йәш килен төшөргәндә лә уны аҡ кейеҙгә баҫтырғандар. Иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы тик аҡ кейеҙгә генә ултыртҡандар.

3-сө бала. Аҡ кейеҙ ул беҙҙең аҡ күңел, Аҡ кейеҙгә баҫыр тик саф күңел, Аҡ кейеҙ – шәжәрә, ҡот, иман. Ял иткәндә түшәк һәм иман.

 4-се бала. Кейеҙебеҙ ҡолас йәйеп Илдәр буйлап таралған, Рәссамдары һүрәтендә Батырҙарҙы данлаған. Хужабикә. Балалар, кейеҙ баҫыу – ярты эш, иң мөһиме – уға йән өрөү. Йән өрөү – кейеҙгә тамға йә биҙәк һалыу ул. Элек кейеҙгә ырыуҙарҙың тамғаһы һалынған. (Кейеҙҙәрҙе күрһә- теү.) Матурмы? Балалар, беҙҙең яҡтарҙа ете ҡыҙ тураһында легенда йөрөй. Был легенда ете башҡорт һылыуының ҡыҙғаныс яҙмышы хаҡында: Бер заман ҡаҙаҡ байҙары килеп беҙҙең ете ҡыҙҙы урлап китә. Кәләш итергә уйлағандар уларҙы. Ҡыҙҙар ҡасып ҡайт- маһындар өсөн табандарын ҡырҡып, унда ат ҡылы һалалар. Ҡыҙҙар аяҡтарының түҙеп торғоһоҙ ауыртыуына ҡарамай, әмәлен табып тыуған яҡтарына ҡаса. Ҡаҙаҡ байҙары быны белеп ҡалып арттарынан һыбай ҡыуа төшә. Ә ҡыҙҙар арып-талып, хәл- дәре бөтөп бер күл буйына туҡтайҙар. Ҡойоноп алырға тип һыуға сумалар, ләкин шул саҡ ҡаҙаҡ егеттәре быларҙы ҡыуып тота. Күл бик тәрән була. Ҡыҙҙар кире ярға сығып ҡоллоҡҡа эләгеүҙән үлемде хәйер- лерәк күреп, һыу төбөнә китә. Шул замандан бирле был күлде Ҡыл- табан күле тип йөрөтәләр. Ул беҙҙең Сибай ҡалаһынан йыраҡ түгел. – Балалар, бына ошо ете ҡыҙҙы кейеҙебеҙгә биҙәк итеп һалайыҡ! «Ете ҡыҙ» бейеүе. Хужабикә. Афарин, шул хәтлем һылыу үҙҙәре! «Ҡыҙ бала – илгә биҙәк, ир бала – илгә терәк», – тиҙәр шул. Минең Әминә ҡыҙым Урал батыр тураһында ла һөйләп ишеттерһен әле. «Урал батыр» эпосынан өҙөк яңғырай.

 Хужабикә. Афарин, ҡыҙым  Бына, балалар, бергәләшеп күңел асып, эш беҙҙең иң мөһим өлөшөнә лә еттек. Йәйеп һалынған йөнгә хәҙер эҫе һыу һибәбеҙ ҙә селек һепертке менән һуға быҙ. (Һуғалар.) Һуңынан таяҡҡа урап баҫабыҙ. Кейеҙҙе бик оҙаҡ, сиратлап- сиратлап баҫалар. Килен, һыуға барып килһәңсе. (Килен биҙрә алып сығыуға табан атлай.)

Ҡыҙҙар. Еңгәй, беҙ ҙә һинең менән барабыҙ! (Еңгәләре ҡыҙҙарҙы маҡтай- маҡтай алып сығып китә.) Биҙрәләр менән бейеү.

 2-се өмәсе. Заһир  улым да һыу ташырға ярата. Йә әле, улым, «Һыуға барғанда» бейеүен бейеп күрһәт әле! (Бейей.) Килен. Балалар! Кемегеҙ кейеҙ баҫыр ға ярҙам итә, килегеҙ бында! (2-3 бала ярҙамға килә. ) Өмәселәр менән бергә ҡыҙҙар таҡмаҡлай.

 1-се өмәсе. Йәгеҙ, ҡыҙҙар, малайҙар, тик ултырмағыҙ, һеҙ ҙә таҡмаҡ әйтегеҙ. Шул ваҡыт кейеҙҙе алмаштыралар. «Яулыҡ бүләк итеү» бейеүе сәхнәләште- релә.

 2-се өмәсе. «Башланған эш – бөткән эш», – тиҙәр. Күмәкләшеп йырлай- бейей торғас кейеҙебеҙ ҙә әҙер булған. Балалар, ҡарағыҙ әле, ул һеҙгә оҡша мы? Күмәкләшеп ижад иткәс, ҡайһылай матур кейеҙ баҫылды! Әйҙәгеҙ, кейеҙе беҙҙе йәйәйек. (Матур көй яңғырай, кейеҙҙе ситәнгә эләләр.)

Өмә сәй табыны менән тамамлана.

bottom of page