top of page

Бөйөк Еңеүгә шиғырҙар

Ветерандар атлап килә,
Орден-миҙал таҡҡандар.
Улар бит дошманды ҡырып,
Еңеү яулап ҡайтҡандар.
Һаҡлайыҡ ветерандарҙы,
Ҡәҙер-хөрмәт итәйек!
Еңеү көнө менән ҡотлап,
Сәскә бүләк итәйек!

 

Тыныс булһын аяҙ күгебеҙ,

Нур бөркөһөн көләс йөҙөбөҙ!

Хужалары илдең үҙебеҙ,

Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!

 

 

Дилә Булгакова, 
"Атайымдың миҙалдары"

Атайымдың миҙалдары 
Күкрәгемдә сыңлай ҡай саҡ. 
Шул сыңлауҙа атайымдың үҫмер сағы, 
Ауыр йылдар — беҙҙең бала саҡ. 

Атай беҙгә күргәндәрен һөйләй, 
Ҡыйыу булған яуҙа — ул данлы. 
Төштәремә һуғыш килеп керһә, 
Ялҡын ҡаплай гүзәл донъяны. 

Сабыйымдың бишегенә киләм 
Һиҫкәнәм дә ҡара төндәрҙә. 
Гүйә атайым да яу ҡырында — 
Ҡайнар йәшем тама мендәргә.

 

 

Олатайы - ветеран

Олатайым - ветеран,

Ул һуғышта ҡатнашҡан.

Фашистарҙың танкыларын

Бер-бер артлы ҡыйратҡан.



Сафта атлай олатай

Миҙалдарын сыңлатып.

Яуҙа ҡалған дуҫтарын

Иҫкә ала тын ҡалып.

Яңы йылға шиғырҙар

Гүзәл Ситдиҡова шиғыры

Ҡар бабай ҡайҙа булған?
Епшек ҡарҙы тәгәрәтеп
Әүәләнем ҡар бабай,
Уны яһау ҡыйын түгел,
Уны яһау яп-ябай.
Өс йоморсаҡ етеп ҡуйҙы
Кәүҙә менән башына,
Танау итеп кишер ҡуйҙым,
Ҡара буяу – ҡашына.
Ике күҙе – ике төймә,
Тешһеҙ ауыҙ – сыбыҡтан,
Аяғында иҫке галуш,
Ә ҡулдары – ҡабыҡтан.
Бөгөн сыҡһам, ҡар бабай юҡ,
Шул ҡәҙәре ашыҡҡан:
Кишерҙе лә ташлап киткән,
Галушһыҙ юлға сыҡҡан.
Ике төймә – ике яҡта,
Аунап ята ҡабыҡтар,
Әле йәшәү ҡыйындыр шул
Ҡар бабайға ҡар юҡта.

Ап-аҡ яландар,

Ап-аҡ болондар,

Ап-аҡ ағастар,

Ап-аҡ олондар.

Тып-тын урманда

Саңғы шыуғанда,

Шыршыҡай күреп

Мин ҡалдым таңға.

Саҡырҙым уны

Беҙгә ҡунаҡҡа,

Ултырттым әле

Иң ҙур түр яҡҡа.

Матур биҙәлгән,

Хәҙер ул – ҡунаҡ,

Уның янында

Йөрөйөк уйнап.

Ҡыш бабай килер,

Бүләктәр бирер,

Барлыҡ балалар

Шатланып бейер.

Дәртле йыр менән

Йыл матур килһен,

Именлек, бәхет

Һәм муллыҡ бирһен!

Әсәйҙәр көнөнә арналған шиғырҙар

ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ

Әсәйҙәр йылмайғас,

Өй эсе йәмлерәк.

Әсәйҙәр бешергән

Аштар ҙа тәмлерәк.

Әсәйҙәр яратҡас,

Шат беҙҙең йөҙөбөҙ.

Әсәйҙәр булғанға

Бәхетле көнөбөҙ.

Әсәйҙәр бер генә –

Ҡәҙерен беләйек.

Йөрәктәр йылыһын

Уларға бирәйек.

                                            (Ә.Әсәҙуллина)

ӘСӘКӘЙЕМ

Таң артынан ҡояшҡа

Үрелгән гөлдәй,

Һоҡланам әсәйемә

Гел тәү күргәндәй.

Унан яҡын донъяла

Һис берәү ҙә юҡ.

Унан башҡа йәшәүҙең

Бер йәме лә юҡ.

Ерҙең һулышы йылы

Әсәй булғанға.

Зәңгәр күк йондоҙло

Әсәй булғанда.

                                                 (Н.Иҙелбай)

ӘСӘЙ ЙЫЛМАЙМАҒАН САҠТА

Әсәй йылмаймаған саҡта

Һүрелә өйҙөң нуры.

Иң ҡәҙерле кешебеҙгә

Гел түрҙән булһын урын.

Ҡояш та түрҙә балҡый бит,

Ул да әсәйҙәй алсаҡ.

Әсәй булғанға бәхетле,

Матур беҙҙең бала саҡ.

                                    (Т.Дәүләтбирҙина)

8 мартҡа шиғырҙар

8 МАРТ

Әсәйҙәрҙең ҙур байрамы -

Һигеҙенсе март бөгөн.

Байрам булғас, бигерәк йәмле,

Барыбыҙ ҙа шат бөгөн.

Йырҙар йырлап, бейей-бейей,

Түңәрәктә уйнайбыҙ.

Әсәйҙәрҙе яратабыҙ,

Уларҙы беҙ ҙурлайбыҙ.

                                               (Ғ.Ғүмәр)

ҠӘҘЕРЛЕ БАЙРАМ

Әсәйҙәр байрамы етте,

Һигеҙенсе март бөгөн.

Йылмайған ҡояш яҡтырта

Илемдең аяҙ күген.

Иң тәүге нәфис сәскәләр

Әсәйҙәр өсөн үҫкән.

Яҙғы моңдар, таңғы нурҙар

Шул сәскәләргә күскән.

Юҡ әсәнән бөйөгөрәк,

Изге, ҡәҙерле исем.

Шуға әсәйҙәр байрамы –

Байрам бөтәбеҙ өсөн.

                                       (Г.Юнысова)

ӘСӘЙ

“Әсәй” тигән оло һүҙҙе

Тәү башлап әйтә бала.

Әсләрҙәй изге йәндәр

Юҡтыр ул был донъяла!

Төндәр буйы йоҡламайса

Әкиәт һөйләгән – әсә.

- Үҫ, балам, үҫ тиҙерәк, - тип

Көйҙәр көйләгән әсә.

                                      (Т.Муллағәлиева)

23 февралгә арналған шиғырҙар

АТАЙЫМ

Етмеш һөнәр белә, тиҙәр

Атайым тураһында.

Башлап бураҙна ул яра,

Иң алда – урғанында.

Сәскән саҡта тракторҙа

Рекордтарҙы ул ҡуя.

Ә ураҡта – комбайнда

Иң күп иген ул йыя.

                                    (Ф.Мөхәмәтйәнов)

ОЛАТАЙ

Олатайым бик оло,

Ул үткән һуғыш юлы.

Йәш,көслө,батыр булған,

Ауыр яу ҡырын уҙған.

Дошмандарҙан ҡурҡмаған,

Һис аямай туҡмаған.

Ялҡын эсенә ингән,

Еңеү байрағы элгән.

                                   (М.Ғәйфуллина)

АТАЙЫМ

Атайым минең

Бигерәк көслө.

Белмәгән эше

Юҡтыр ҙа төҫлө.

Бесән кәбәнләй,

Утынын яра.

Трактор ватылһа,

Тик үҙе ҡарай.

Атайым кеүек

Иртә торормон,

Төрлө һөнәргә

Эйә булырмын

                                (Ф.Хөснөтдинова)

© 2023 Ясли-сад «Малыши».

Сайт создан на Wix.com

  • Вконтакте B App Icon
  • YouTube Классик
  • Одноклассники 2 App Icon
bottom of page